Баймаҡ районында «Таҙа Талҡаҫ» экологик акцияһы үтте

Билдәле булыуынса, 2020 йылдан Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров тәҡдиме менән Талҡаҫ буйында экологик акция ойоштороу күркәм йолаға әүерелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Баймаҡ районының йөҙөк ҡашы булған Талҡаҫ күле буйы был көндө байрам төҫө алды. Үҙ ерен яратҡан һәм тәбиғәт тураһында хәстәрлек күргән кешеләр күлде һәм уны тулыландырыусы шишмәләрҙе таҙартыу, кәртәләү һәм ағастар ултыртыу маҡсаты менән йыйылды. Сыңғыҙ ауылы экологтары Дамира һәм Фәйзрахман Усмановтар Дәүләт Думаһы депутатының шәхсән саҡырыуы буйынса был өмәгә дәртләнеп килгәндәр.

Сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған аллеяла 200 төп ылыҫлы ағас ултыртты. Иҫке Сибай ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ветеран яугир Рөстәм Ишмырҙин был акциянан ситтә ҡалманы.

Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге артистарының дәртле йырҙары аҫтында экологик өмәлә ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп күл буйын сүп-сарҙан таҙаланы, шишмәләрҙе кәртәләне.

Быйылғы «Таҙа Талҡаҫ» экологик акцияһында 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашып, 218 тоҡ ҡый йыйҙы. Киләһе өмә кросс менән берлектә 9 августҡа тәғәйенләнде.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ