Иглиндә рус шашкаһы буйынса беренсе «Иглин районының асыҡ кубогы» үтте

Иглин ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында рус шашкаһы буйынса беренсе «Иглин районының асыҡ кубогы» үтте.

Турнирҙа Иглин районынан һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 4 йәштән 12 йәшкәсә 38 спортсы көс һынашты. Сарала Рәсәй шашка Федерацияһы менән Рәсәй Шашка Федерацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе вәкилдәре ҡатнашты. Федерация балаларҙың зиһенен үҫтереүгә ҡоролған спорт төрөн популярлаштырыу йүнәлешендә эш алып бара.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ