Башҡортостан студенттарына берҙәм карта булдырыла

Ул юл йөрөү һәм буфетта туҡланыу мөмкинлеге бирә.  Республика хөкүмәтендә уҙған “Транспорт сәғәте”ндә “Алға” түләү системаһын үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде.  Кәңәшмәлә Вуз-ара студенттар кампусында күп функциялы карталарҙы индереү тәҡдиме хупланды. Республикала 2019 йылдан “Алға” ҡушымтаһы менән 2  миллион ярымдан ашыу карта сығарылған. Был пассажирҙарға 760 миллион һумға яҡын аҡсаны  экономиялау  мөмкинлеге биргән.

Фото №1 - Башҡортостан студенттарына берҙәм карта булдырыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ