Стәрлетамаҡта шәхси йортта ут сыҡҡан. Унда ир һәм ҡатын кәүҙәһе табылған. Мәләүез районы Нөгөш ауылында ла янғын теркәлгән. Утта ҡатын һәм уның улы һәләк булған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Белгестәр халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра, йорттарға мини-сирена ҡуйырға кәңәш итә.




