Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала белдергән. Рәсәйҙә төҙөкләндерелергә тейешле объекттар өсөн тауыш биреү башланды. “Быйыл беҙ 2026 йылда ниндәй эштәр башҡарылыуын һайлайбыҙ. Республикалағы 241 объекттың 159-н һайларға кәрәк. Тауыш биреү “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса ойошторола. Башҡортостанда быйыл 94 биләмә төҙөкләндерелә. Һуңғы алты йыл эсендә федераль ҡаҙнана бүленгән аҡсаға 800-ҙән ашыу йәмәғәт биләмәһеняңырттыҡ”, - тип яҙған Радий Хәбиров.




