Уҙған төндә Башҡортостанда 4 кеше янғында һәләк булған

Фажиғәләрҙең береһе Мәләүез районында теркәлә. Төнгө сәғәт өстәр тирәһендә Нөгөш ауылындағы фатирҙарҙың береһендә ут сыға. Янғынды һүндергән ваҡытта 72 йәшлек ҡатын менән 50 йәшлек ирҙең кәүҙәләре табыла. Ошо уҡ төндә тағы ла бер фажиғә Стәрлетамаҡтағы шәхси йортта теркәлә. Ялҡын өй менән гаражды ялмай. Утта ир менән ҡатындың ғүмере өҙөлә. Дөйөм алғанда, быйыл Башҡортостанда 1 мең 855 янғын сыҡҡан, уларҙа 89 кеше һәләк булған, уларҙың 7-һе балалар. Уҙған аҙнала ғына 8 кешенең ғүмере өҙөлгән, 6 кеше йәрәхәтләнгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, фажиғәләрҙең төп сәбәбе ут менән һаҡһыҙ эш итеүгә, шул иҫәптән тәмәке тартыуға, электр ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ