Яҙ иртә килеп, талпандар әүҙемләшеүгә бәйле, профилактик саралар 9 апрелдә үк башланған. Яуым-төшөмһөҙ көндәрҙә биләмәләрҙе эшкәртеү төндә башҡарыла. Һаулыҡҡа зыянлы бөжәктәргә ҡаршы профилактик саралар Өфө шоссеһы урамына яҡын биләмәлә урынлашҡан Непецев дендропаркында ла уҙғарылды.
Әлеге ваҡытта республика бюджеты сығымдарына талпанға ҡаршы эшкәртеләсәк 555 гектар майҙандың 70 процентында профилактик саралар үткәрелгән. Ҡалған хәүефһеҙлек сараларын да тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алып май байрамдарына тиклем теүәлләү күҙаллана.



