Баймаҡ районы Билал ауылында танылған үҙешмәкәр композитор, күп йырҙар авторы Вилюр Мәүлитов ижад иткән патриотик һәм Бөйөк Ватан һуғышына арналған йырҙарҙы башҡарыусылар араһында иғлан ителгән конкурстың йомғаҡлау концертты үтте. Тулыраҡ БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.
Һәүәҫкәр композитор, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты, ике йөҙҙән ашыу йыр авторы Вилюр Мәүлитов ижады балаларҙа ғына түгел, оло быуын кешеләре араһында ла киң танылыу алған. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы уңайынан уның патриотик йырҙарына Билал ауыл китапханаһы “Йөрәктән-йөрәккә” проектына ярашлы конкурс иғлан итте. Тәүҙә онлайн барған бәйгелә 80-дән ашыу видео яҙма ебәрелгән.
Республиканың төрлө төбәктәренән үҙҙәрен “Онотмайыҡ” йыр бәйгеһендә һынап ҡараусылар күп булды. Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Дәүләкән, Федоровка, Ейәнсура райондарынан, Баймаҡ, Сибай, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 216 йырсы ҡатнашҡан. Иң-иңдәре йомғаҡлау концертында сығыш яһаны.
Бәйге Вилүр Шәкирйән улының ижадында Ватан һуғышы, Бөйөк Еңеү, яу ҡаһармандарына дан йырлау темаһына ҙур урын бирелеүен тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Халыҡсан һәм патриотик стилдә ижад иткән үҙенсәлекле моң эйәһе бик күп рәхмәт һүҙҙәре ишетте. Конкурс таланттар асыуға, һәүәҫкәр йырсыларға яңы йырҙар менән сәхнәгә сығыуға булышлыҡ итте.
Раушания Рәхимова




