Пермь крайы сигенә яҡын урынлашҡан төбәкте зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу мәсьәләһе бер нисә йыл элек күтәрелә. Әлеге ваҡытта торбалар һуҙыла. Алик Солтаншиндың йорто тәүгеләрҙән булып кәрәкле газ ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Зәңгәр яғыулыҡ ауылға көҙгә килеп етер тип көтөлә. Был ваҡытҡа эшселәр торбаүткәргес системаһын тулыһынса монтажлап өлгөрөргә тейеш. Дөйөм алғанда, Асҡын райоынында газлаштырыу кимәле 50 процент самаһы тәшкил итә. Был һанды киләсәктә 85 процентҡа тиклем күтәреү планлаштырыла.



