Талпандар әүҙемләшә. Башҡортостанда 4100 гектар самаһы майҙанда йәмәғәт биләмәһе булған парктарҙа, скверҙарҙа һәм халыҡтың башҡа ял урындарында бөжәктәргә ҡаршы биләмәләрҙе акарицид менән эшкәртелә. Миҙгел башынан алып республиканың медицина ойошмаларына талпан тешләүҙән зыян күргән 428 кеше, шул иҫәптән 162 бала мөрәжәғәт иткән. Талпандар әүҙем үрсегән осорҙа нисек һаҡланырға, төбәктә ниндәй профилактик саралар башҡарылыуы хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Көндәр йылынып йәшел үлән баш ҡалҡытыу менән олоһо-кесеһе сәхрәгә, урман-ҡырҙар буйына юлланды.Ғәҙәттә, талпан тәбиғәттә ял итеүселәргә һөжүм итә. Быйыл бөжәк тәбиәғәттә ял иткән йөҙ алтмыштан ашыу балаға ҡаҙалып өлгөргән..Ата-әсәләре ҡан эсәр бөжәктәрҙе махсус контейнерға һалып Өфөләге төбәк гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһына тапшыра. Мөрәжәғәт итеүселәр араһында Иглин районы кеүек урманлы төбәктә ял итеүселәр һәм йәшәүселәр күпселекте тәшкил итә.
Талпан энцефалиты инфекцион вируслы ауырыу. Ул үҙәк нерв системаһын зарарлап, йыш ҡына инвалидлыҡҡа һәм үлемгә килтереүе ихтимал. Өфөләге төбәк гигиена һәм эпидемиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа бөтә һаҡлыҡ сараларын үтәп, талпандарҙы өҙмәй сығарырға кәңәш итә.
Талпандарға ҡаршы профилактик саралар ғәҙәттә төнгө ун берҙән таңғы етегә тиклем уҙғарыла. Беренсенән, тап ошо мәлдә талпандар әүҙемләшә, икенсенән, ҡала йоҡлай, парктарҙа бер кем дә юҡ.
Талпандар әүҙемләшкән осорҙа республика биләмәһендәге 4100 гектар йәмәғәт майҙандарында парктарҙы, скверҙарҙы һәм халыҡтың башҡа ял урындарын акарицид менән эшкәртеү күҙаллана. Яҙ иртә килеп, талпандар әүҙемләшеүгә бәйле, профилактик саралар Өфөлә 9 апрелдә үк башланды. Һаулыҡҡа зыянлы бөжәктәргә ҡаршы профилактик саралар Өфө шоссеһы урамына яҡын биләмәлә урынлашҡан Непецев дендропаркында ла уҙғарылды.
Әлеге ваҡытта Өфө тирәләй республика бюджеты сығымдарына талпанға ҡаршы эшкәртеләсәк 555 гектар майҙандың 70 процентында профилактик саралар үткәрелгән. Ҡалған хәүефһеҙлек сараларын да тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алып май байрамдарына тиклем теүәлләү күҙаллана.
Өфө күпләп талпан үрсегән биләмәләр исемлегенә индерелмәгән. Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, 42 муниципалитетта йәшәүселәр хәүеф зонаһында. Белорет, Ҡыйғы һәм Салауат райондары халҡы талпан энцефалиты йоҡтороу хәүефе менән янай. Был райондарҙа 2022 йылда ауырыу уртаса республика күрһәткестәренән юғарыраҡ теркәлгән.
Былтыр 10 меңдән ашыу кешегә талпан ҡаҙалған. Был күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 6,5 процентҡа күберәк. Сирлеләр һаны ике тапҡырға артҡан.Талпандар һөжүм итеүенең тәүге осраҡтары һауа температураһы 0°с - тан юғары булған иртә яҙҙа, ә һуңғылары көҙгөһөн теркәлә. Белгестәр билдәләүенсә. талпан тешләүҙең иң юғары нөктәһе апрелдән июлгә тиклем күҙәтелә.
Гүзәл Борханова



