Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы хәрби хеҙмәткәрҙәр төркөмө юлланды

Бөгөн Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы хәрби хеҙмәткәрҙәр төркөмө юлланды. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары ике аҙна элек ҡайтҡан. Ял ваҡытында улар башлыса көнкүреш мәсьәләләре менән шөғөлләнгән, ғаиләһе менән бергә булған. Яу ҡырына хәрбиҙәрҙе туғандары һәм яҡындары оҙатты. Ватан һаҡсылары үҙҙәренең әйберҙәре менән бергә, хеҙмәттәштәре өсөн посылкалар ҙа алған.

Республика хөкүмәте, ҡала хакимиәте вәкилдәре һәм ветерандар хәрбиҙәргә изге теләктәрен еткерҙе. Яугирҙарҙы тәғәйен урынға алып барыу өсөн Башҡортостан етәкселеге уңайлы автобустар бүлгән. Транспорт сараларын дәүләт автоинспекцияһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре оҙатып барасаҡ. Тиҙҙән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар конвой ебәреләсәк. Бынан тыш, хәрбиҙәрең сираттағы төркөмө отпускҡа килә. Уларҙың бер өлөшө Еңеү көнөнә арналған парадта ҡатнашасаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ