Өфөлә йәшәүсе 8 йәшлек Әмирә Сабироваға инсульт үткәргәндән һуң реабилитация үтергә кәрәк

Өфөлә йәшәүсе 8 йәшлек Әмирә Сабироваға инсульт үткәргәндән һуң реабилитация үтергә кәрәк. Инвалид баланың һул ҡулы йөрөмәй һәм сабый һөйләшкәндә лә ҡатмарлыҡтар кисерә. Баш ҡалалағы махсус үҙәктә реабилитация үтеү өсөн ғаиләгә 240 мең һум аҡса талап ителә. Был сумманы йыйыу өсөн Сабировтар битараф булмаған граждандарҙан ярҙам һорай. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Әмирә Сабироваға бер йәшендә Мәсетле районында АКДС прививкаһы эшләнә. Иртәгәһенә сабыйҙың бите ҡыйшая һәм ул ашамай, хәрәкәт итмәй башлай. Өфөлә уға инсульт диагнозы ҡуйыла һәм йәш ғаиләнең тормошо ҡырҡа үҙгәрә.

Ҡурҡыныс фараздар буйынса Әмирә инвалид коляскаһында булырға тейеш була, әммә йөҙәрләгән реабилатация сараһы һәм әсә кешенең тырышлығы һөҙөмтәләр бирә. Беренсе класта уҡыған ҡыҙҙың һул ҡулы эшләмәй һәм ул ҡайһы бер хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтә алмай. Әмирәгә түләүле реабилитация үтергә кәрәк.

Заманса реабилатция үтеү өсөн Сабировтарға 240 мең һум аҡса талап ителә. Был сумманы йыйыу өсөн ғаилә битараф булмаған граждандарҙан ярҙам һорай. Ниндәйҙә булһа сумманы Әмирәнең әсәһенең Һаҡлыҡ банкы номерена йәки 7 (996) -104-47-31 телефон һандары буйынса күсерергә мөмкин. Реабилатация үткәс инсульт үткәргән баланың сәләмәтлеге яҡшырыр тигән өмөт тыуа.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ