Быйыл 172 ғариза хупланған. Уларҙың дөйөм суммаһы 9 миллиард ярым һум. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белереүенсә, уҙған йыл аҙағында ла кредит бүленгән. Быйыл яҙғы сәсеүҙе башҡарып сығыу өсөн 16 миллиард һумдан ашыу льготалы аҡса алынған.Башҡортостандың 22 районында сәсеү башланды. Яҙын был эш 2 миллион 200 мең гектарҙан ашыу майҙанда ҡаралған.




