Башҡортостанда умартсыларға ярҙам күрһәтеүгә айырыуса иғтибар бүленә

Бал ҡорттары өсөн генә «Сәләмәтлек поездары». Башҡортостанда умартсыларға ярҙам күрһәтеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Татлы продукция етештереүселәр субсидия һәм гранттар ала, 2030 йылға тиклем махсус комплекслы программа ғәмәлгә ашырыла.

Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, тағы ла бер, бик мөһим ярҙам сараһы - бал ҡорттарын төрлө ауырыуҙарға бушлай тикшереү мөмкинлеге. Бының өсөн етенсе йыл рәттән райондарға Башҡортостан ғилми-производство ветеринария лабораторияһының күсмә модуле сыға. Быйыл лаборатория Бөрйән, Күгәрсен, Әлшәй, Нуриман, Мишкә, Борай, Салауат райондарында эшләне. Тикшеренеү өсөн материалдарҙы башҡа муниципалитеттарҙан умартасылар ҙа килтергән. Анализға бөтәһе 11 меңгә яҡын проба алынған. Рәсәйҙең төп бал төбәге статусын артабан да нығытыу өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ