Кисә 7 йәшлек малай өләсәһе һәм олатаһы менән Бүздәктән Урҙайбаш ауылына барырға сыҡҡан булған. Әммә ниндәйҙер мәлдә ул өлкәндәр күҙенән юғала. Кискә ҡарай эҙләү отрядтары Мирондың юғалыуы тураһында хәбәр тарата. Эҙләүгә ҡотҡарыусылар, полиция, район хакимиәте вәкилдәре, кинологтар, битараф булмаған урындағы халыҡ һәм ирекмәндәр ҡушыла. Улар төнө буйына урманды һәм эргә тирәләге биләмәләрҙе иңләп сыға. Бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙәр тирәһендә һөйөнөслө яңылыҡ килә. Аҙашҡан малайҙы урындағы кешеләр таба. Малай төндө баҫыуҙа үткәргән.



