Өфөлә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы «2024 йылда гражданлыҡ йәмғиәте торошо» тип аталған йыл һайын ойошторолоп килгән матбуғат-конференцияһы үтте. Сарала һүҙ Йәмәғәт палатаһының һәр комиссияһының эшмәкәрлеге буйынса йомғаҡлау, перспективалы йүнәлештәр, муниципаль йәмәғәт палаталарының иң яҡшы ғәмәлдәре, республика башҡарма власть органдары ҡарамағындағы йәмәғәтселек советтарының, коммерция булмаған берекмәләрҙең эшмәкәрлеге хаҡында барҙы.



