Республикала умартасылыҡты үҫтереү буйынса комплекслы программа эшләй

Ул 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Шулай уҡ субсидия һәм гранттар бирелә.  “Тағы ла бер мөмкинлек бар. Ул бал ҡорттарын төрлө ауырыуҙарға бушлай тикшереү. Был маҡсаттан беҙ райондарға етенсе йыл рәттән Башҡорт ғилмие-етештереү ветеринарияһы лабораторияларының күсмә модулдәрен ебәрәбеҙ”, - тип яҙған республика етәксеһе Радий Хәбиров. Быйыл белгестәр Бөрйән, Күгәрсен, Әлшәй, Нуриман, Мишкә, Борай һәм салауат райондарында булды. Башҡа район умартасылары ла тикшереү өсөн материал килтергән. Лаборанттар 11 мең самаһы проба алған. “Бал ҡорттары өсөн ошондай “сәләмәтлек поездары” йөрөй. Башҡортостан илдең төп баллы төбәге статусын нығытһын өсөн барыһы ла эшләнә”, - тигән Радий Хәбиров.

Фото №1 - Республикала умартасылыҡты үҫтереү буйынса комплекслы программа эшләй
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ