Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған концерт уҙҙы

Өфөнөң балалар филармонияһы бинаһында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған концерт уҙҙы. Тамашаға махсус хәрби операция хәрбиҙәре, инвалидтар йәмәғәт ойошмалары ағзалары саҡырылған. Фойела фронттан хаттар, хәрби ҡорамалдар һәм һалдаттарҙың шәхси әйберҙәре ҡуйылған уникаль күргәҙмә эшләне, һуғыш осоро йырҙары яңғыраны. Оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Махсус хәрби операция яугирҙары өсөн гуманитар ярҙам йыйылды. Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендәге Нефтехимиктар паркында 12 майҙа ағас үҫентеләре ултыртыу өсөн сертификаттар тапшырылды.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ