Быйыл Башҡортостанда 21 меңдән ашыу юл билдәһе ҡуйыла

Хәүефһеҙлек тәьмин итеү өсөн төрлө саралар ҡаралған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылда 3 меңгә яҡын авария булған. Уларҙа 397 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был 2023 йылдағынан аҙыраҡ. Республикала  транспорт саралары һаны арта бара. Әле 2 миллион 82 меңдән ашыу техника теркәлгән. Был да юлдарҙа хәүефһеҙлеккә йоғонто яһай.

Фото №1 - Быйыл Башҡортостанда  21 меңдән ашыу  юл билдәһе ҡуйыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ