Эске Эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡта 94 йәшлек ҡатынға шылтыратыусы үҙен полиция хеҙмәткәре тип танытҡан. Ханымдың ҡыҙы аварияға тарыуы тураһында белдергән, проблеманы хәл итеү өсөн ҙур ғына сумма аҡса һораған. Ҡатын курьерға 100 мең һумдан ашыу аҡса биргән. Полиция был хәл буйынса тикшереү уҙғарған һәм Өфөнән 19 йәшлек кешене ҡулға алған. Ул ғәйебен таныған. Был хәл енәйәт кодексы буйынса тикшерелә. Енәйәтселәр төркөмөнөң башҡа ағзаларын асыҡлау буйынса эш алып барыла.




