Башҡортостанда «Бал ҡорто» операцияһы дауам итә

Иғтибар, паспортһыҙ бал ҡорттары! Республика юлдарында дәүләт автоинспекцияһы Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте идаралығы менән берлектә иҫкәртеү рейдтары үткәрә. Маҡсат - Башҡортостанға легаль булмаған бал ҡорто пакеттарын индереүҙе асыҡлау. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

12 рамлы булған умартаның күсе лә көслө. Шуға уларға йөкләмәләр ҙә башҡаса. Мәҫәлән, был умарталыҡҡа һеркә йыйыу өсөн махсус йыһазландырып ҡоролған. Ҡырмыҫҡалы районынан Урал Ишмәков нәҫелендә етенсе быуын умартасы. Кәсепселек эше әсәһенән килә. Әлеге умарталар ғаиләлә ҡомартҡы булараҡ ҡәҙерләп тотонола.

Шуға ла ул йыл һайын эште ветеринарҙар күҙәтеүендә алып барырға тырыша. Ошо рәүешле ул бал ҡорттары күсен генә түгел, ғаилә кәсебен дә ҡурсалай. Ҡырмыҫҡалы районында бөгөн йәмғеһе 260-тан ашыу умартасы барлығы билдәле. Уларҙың һәр ҡайһыһы идаралыҡ белгестәре менән бәйләнештә.

Был эш Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан яҡлау тапҡан. Маҡсаты башҡорт умартасылығын һаҡлау. Ошо ниәттә республикала ай башынан «Бал ҡорто» операцияһы эш башланы ла инде.

Башҡортостанға легаль булмаған бал ҡорто пакеттарын индереүҙе асыҡлау төп бурыстарҙың береһе. Сөнки, сит илдән килтерелгән күстәрҙә төрлө ауырыуҙар булыуы ихтимал. Ниндәйҙер маршрутҡа сыҡҡан водителдәрҙең, ғөмүмән, ҡулы аҫтында ветеринар мисәте һуғылған рәсми документтар булыуы шарт.

Әгәр тейешле документтар булмаһа, йә белгестәр тарафынан күсерелгән бал ҡорто күстәре шик тыуҙырған хәлдә улар карантинға ябыла.

Рәсми документтарға ярашлы, «Бал ҡорто» операцияһы май урталарына тиклем дауам итә. Әммә, көньяҡ илдәрҙәге умартасылыҡ өлкәһендәге әлеге хәл-торошҡа бәйле, профилактик сараның оҙайтылыуы ла ихтимал.

Эш шулай уҡ, республика умартасылар тарафынан да ойошҡанлы алып барыла. Тап уларҙың идаралыҡ белгестәре менән әүҙем эшмәкәрлеге урындағы бал ҡорто популяцияһын һаҡлап ҡалыуға, брендты юғалтмаҫҡа булышлыҡ итәсәк.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ