Өфө эшҡыуары Рөстәм Минғәзов махсус хәрби операцияға алты мотоцикл, квадроцикл, генераторҙар, уаз автомобиле һәм башҡа кәрәкле техника ебәрә. Гуманитар ярҙам сираттағы ылау менән оҙатыласаҡ. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.
Мотоциклдар яу яланында иң кәрәкле траспорт төрҙәренең береһе. Уңайлы, кәрәкле ергә тиҙ генә барып етергә була. Алты мотоциклдың береһе «Медведь» ҡушаматлы командирға, береһе Доставалов батальоны хәрбиҙәренә һәм Курск өлкәһендәге яугирҙарға тәғәйенләп алынған. Гуманитар ярҙам составында шулай уҡ ирекмәндәр үҙ ҡулдары менән теккән кейем, Башҡортостанда әҙерләнгән аҙыҡ-түлек оҙатыла.
Миловкала яһалған быҡтырылған ит, генераторҙар, компьютерҙар өсөн «пауэрбанк» - алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәр өсөн иң кәрәкле техника йыйылған.
Уаз автомобиле иһә махсус хәрби операцияға икенсе тапҡыр ебәрелә. Ялға ҡайтҡан командир уны ремонтларға ҡалдырған.
Эшҡыуар Рөстәм Әсхәт улы махсус хәрби операция башланғандан алып хәрбиҙәрҙең заказадары буйынса эшләй. Яуға егерменән ашыу автомобиль оҙатҡан, дронды иҫкәртеүсе ҡорамалдар һәм башҡа әйберҙәр оҙатҡан. Был эштә ғаиләһе, дуҫтары ла ярҙам итә. «Механ» ҡушаматлы дуҫы егеттәрҙе хәрби йүнәлештә уҡытыу менән шөғөлләнә, ундан ашыу автомобиль йыйып алып барған.
Хәрбиҙәр өсөн тупланған ярҙамды эшҡыуар үҙ ҡулдары менән тапшырасаҡ. Гуманитар ылау менән ул махсус хәрби операцияға егерменсе тапҡыр юллана. Яугирҙарҙыҡы һымаҡ ҡушаматы ла бар- хәрбиҙәр уны Седой тип йөрөтә. Уларҙан иһә рәхмәт һүҙҙәре килеп тора.
Уҙаман туплаған ярҙамды тиҙерәк алып барып тапшырырға, еңеүҙе яҡынайтырға тигән маҡсат менән яна.
Рәмилә Исмәғилева



