Ваҡиға тирә-яҡ ихаталарҙа йәшәүселәрҙе лә йыйҙы. Фронтовик йәшәгән йорт алдында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Рәсәй Гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге отряды, кадеттар, хәрби-патриотик клубы юнармеецтарының расчеттарынан торған тантаналы марш үтте, сарала барлығы 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Парад үткәндән һуң, ижади коллективтар башҡарыуында һуғыш йылдары йырҙары яңғыраны. Бындай парад быйыл Өфөлә тәүгә уҙҙы. Ошо көндәрҙә баш ҡала райондары хакимиәттәре 80 йыл элек Еңеү килтергән барлыҡ ветерандар өсөн шәхси ҡотлау саралары ойоштормаҡсы.
Геннадий Филинов Чита өлкәһендә тыуа. 1943 йылда 17 йәшлек егет Ҡыҙыл Армия сафына алына. Хәрби хеҙмәтен 27-се уҡыу уҡсылар полкында башлай. Аҙаҡ Барнаул хәрби-пехота училищеһында белем ала. 1950 йылда кесе сержант званиеһында запасҡа ебәрелә. Артабанғы тормошон Геннадий Яковлевич сәнәғәт өлкәһе менән бәйләй. Һуңғы 13 йыл Өфөлә йәшәй. Әйткәндәй, февралдә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ветеранға Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған юбилей миҙалын тапшырғайны. Шул уҡ көндә фронтовик «Өфөнөң почетлы гражданины» исеме менән дә бүләкләнде.



