Бөгөн киске сәғәт етелә БСТ телеканалында «Әсәй -Мама»хәйриә концерты күрһәтелә. Программа Ватанды һаҡлаусылар һәм Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына арналған. Бер үк ваҡытта ул бынан бер йыл элек беҙҙең телеканалда сыға башлаған «Әсәй-Мама» проектының йомғаҡлау сараһы ла. Йыл дауамында проект авторҙары республиканың төрлө мөйөштәренән яугир улдар тәрбиәләгән 50-нән ашыу әсә тураһында фильмдар төшөрөп күрһәткән. Уларҙың барыһының да улдары махсус хәрби операция биләмәһендә ил һағына баҫҡан. Апрель башында проектта ҡатнашыусы әсәләр Өфөгә саҡырылып, уларға ҙур концерт программаһы күрһәтелгән, БСТ телеканалы исеменән бүләктәр тапшырылған. Бөгөнгө киске 7-лә эфирға сығасаҡ хәйриә концерты әсәләрҙе йәнә ошо көнгә алып ҡайта.



