Яҡтар араһындағы серия 27 апрелдә Ярославлдә башлана. Плей-оффтың өсөнсө этабын сығыу өсөн кисә Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре «Спартак» менән етенсе осрашыу үткәрҙе. «Өфө-Арена»лағы был уйын көйәрмәндәрҙә айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Билеттар тиҙ арала һатылып бөттө, ә алыпһатарҙар хаҡты бер нисә тапҡырға күтәрҙе. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла тамашасылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы. Сағыу уйын барышын БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов күҙәтте.
Тәүҙә «Спартак» командаһын «Салауат Юлаев» менән ҡаршы серияла фаворит тип иҫәпләүселәр бик аҙ булды. Әммә рәттән өс еңеү дәғүәселәргә ярымфиналға сығыуҙы мөмкин тиклем яҡынайты. Башланған эште аҙағына тиклем еткеререү өсөн уларға тағы ла бер генә уйында еңергә ҡалды. «Ҡыҙыл-аҡлылар» артабанғы матчтарҙа ла яҡшыраҡ күренде, шулай ҙа барыһын да деталдәр хәл итте. Тап ошо сәбәп менән алтынсы осрашыуҙа мәскәүҙәр яуланған өҫтөнлөктө ҡулдан ысҡындырҙы һәм юлаевсыларға серияны Өфөгә ҡайтарырға мөмкинлек бирҙе.
Серияның хәл иткес уйынында бар нәмә «Спартак»ка ҡаршы булғандай тойолдо. Беренсенән сит боҙ, икенсенән психология ҡаҡшаған, өсөнсөнән плей-офтта уйнау тәжрибәһе юҡ. Яҡташтарыбыҙ, киреһенсә, етенсе осрашыуҙарҙы уңышлы үткәрә. Матчҡа килгәндә, ике команда ла уйындың ни тиклем мөһим икәнлеген яҡшы аңлай ине. Сөнки отолған хәлдә конькиҙы киләһе миҙгелгә тиклем сөйгә эләһең. Беренсе осор аҙағында дәғүәселәр аҙсылыҡта ҡалды. Килеп тыуған мөмкинлек менән Шелдон Ремпал оҫта файҙаланды. Әлбиттә, көйәрмәндәрҙең шатлығы сикһеҙ ине. Тәнәфестән һуң юлаевсылар йәнә уңышҡа өлгәште. Был юлы Владислав Ефремов һуҡҡан шайбаны дәғүәселәрҙең ҡапҡа һаҡсыһы тота алмай ҡалды. Әммә тәнәфес алдынан ғына ҡунаҡтар тәүге яуап шайбаһы индерҙе. Голдың авторы Иван Морозов булды.
Өсөнсө осорҙа өҫтөнлөк башлыса «Спартак» яғында булды. Улар хатта иҫәпте тигеҙләй алды. Әммә Павел Порядиндың шайбаһын судьялар һанаманы. Сөнки һөжүмсе юлаевсылар зонаһына шайбанан иртәрәк сыҡҡан. Был хәлдән һуң дәғүәселәр барыбер Даниил Орлов тырышлығы менән икенсе шайбаны индерҙе. Күптәр овертайм тураһында уйлай башлағайны инде. Шулай ҙа сираттағы һөжүмдәрҙең береһендә Алексей Василевский индергән шайба «Салауат Юлаев» клубына 3-2 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Шулай итеп серия яҡташтарыбыҙ файҙаһына 4-3 иҫәбе менән тамамланды.
Шулай итеп юлаевсылар Гагарин кубогының ярымфиналына сыҡты. Унда яҡташтарыбыҙ «Локомотив» менән көс һынаша. Яҡтар араһындағы серия 27 апрелдә Ярославлдә башлана. Ә Өфөлә уйындар 1 һәм 3 майҙа үтә.
Илдар Байбулатов



