«Беренселәр хәрәкәте» зарницаны тергеҙә. Баймаҡ ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Зарница 2.0» уйыны үтте. Тулыраҡ БЮТ хәбәрселәре әҙерләгән яҙмала.
Баймаҡ ҡалаһында үткән «Зарница 2.0» уйынына 12 райондың зона этабы еңеүселәренән торған 19 команда ҡатнашты. 150-нән ашыу уҡыусы бөтә Рәсәй хәрби-патриотик уйынының республика кимәленә сығыу өсөн үҙ‐ара көс һынашты.
Хәрби-патриотик уйын дүрт майҙансыҡта үтте һәм алты төр ярышты үҙ эсенә алды. «Труд» стадионында малайҙар һәм ҡыҙҙар тиҙлеккә ҡаршылыҡ һыҙатын үтеү, яралы иптәштәрен ҡотҡарыу, тактик медицина һәм үҙ-үҙенә беренсе ярҙам, пневматик автоматтан атыу буйынса ярышты.
Дүртенсе һанлы лицейҙа пилотһыҙ осоусы аппаратҡа идара итеү һәм уға ҡаршы тороу нигеҙҙәре буйынса ярыш үтте. Шулай уҡ, «Зарница 2.0» программаһында дөйөм ғәскәри грамоталылыҡты, Рәсәй дәүләтселеге нигеҙҙәрен һәм тарихын тикшереү булды.
Ярыш йомғаҡтары буйынса Баймаҡ күп профилле полилингваль лицей-интернаты шайморатовсылары еңеүсе булды, Юғары класс уҡыусылары араһында беренсе урынды Билал ауылы мәктәбе командаһы яуланы. Улар Республика этабында Урал аръяғы намыҫын яҡлаясаҡ. «Зарница 2.0» йәш быуындың сәләмәт йәшәү рәүешен һәм илһөйәрлек рухын нығытыуға тағы бер аҙым.



