Төбәктә «Креатив индустриялар сәғәте» һәм төбәк башлығы ҡарамағында яңы Совет булдырыласаҡ. Бының өсөн ойоштороу структураһы һәм норматив-хоҡуҡи база булдырылған, мөмкин булған ярҙам саралары тикшерелә. Был турала Радий Хәбиров вуз-ара студенттар кампусында үткән төбәктең креатив индустрия вәкилдәре менән осрашыуҙа белдерҙе. Республика етәксеһе властың интеллектуаль продукттар булдырыусы, уларҙы коммерциялаштырыусы һәм тулайым төбәк продуктына үҙ өлөшөн индереүсе ижадсыларға ярҙам итергә ынтылыуын билдәләне.
Бөгөн Өфөлә «Ижади индустрияларҙы үҫтереүҙә төбәк стандартын индереүҙең иң яҡшы тәжрибәләре» форумы эш башланы. Унда илдең 37 төбәгенән вәкилдәр ҡатнаша. Башҡортостан был тармаҡты үҫтереү өсөн ҙур потенциалға эйә, тип билдәләне Радий Хәбиров. Республика төбәк иҡтисадын үҫтереү перспективаһы булған интеллектуаль ижади продукттар, шул иҫәптән музыка, фильмдар һәм яңы туристик маршруттар булдыра алған талантлы кешеләргә бай. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ижад кешеләренә уңайлы шарттар булдырыу һәм тулайым төбәк продуктында креатив индустрия өлөшөн өс тапҡырға, йәғни 6 процентҡа тиклем арттырыу - төп бурыстарҙың береһе. Яҡын арала «Ижади индустриялар сәғәте» форматында кәңәшмәләр үткәрә башлау күҙаллана. Иртәгә креатив индустрияларҙы үҫтереүгә булы шлыҡ итеү буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы советтың беренсе ултырышы үтә.




