Бөгөн Өфө Арена боҙ һарайы алдында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейына арналған Еңеү парадына сираттағы репетиция үтте.
Бер тактҡа, бер тигеҙ итеп һәм бер тиҙлектә атларға. Кәүҙә төҙ, ғорур ҡиәфәт, йөҙҙәрҙә йылмайыу булырға тейеш. Еңеүселәр вариҫтарына был талаптар һәр репетиция һайын ҡуйыла. Әле беренсе тапҡыр парадта ҡатнашыусылар өсөн хәрби марш еңел бирелмәй.
Быйыл парадта «Салауат Юлаев» батальоны һәм «Башҡортостан» полкы яугирҙары ҡатнаша. Сафта юнармия, Ишембай һәм Өфө кадеттары, курсанттар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, Шайморатовсылар кластары.
Булған етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә ваҡыт бар, өҫтәмә репетиция 29 апрелгә тәғәйенләнгән. Генераль репетиция иһә 4 һәм 7 майҙа ҡала советы алдындағы майҙанда уҙа. Унда хәрби техника һәм кесе авиация ҡатнашыуы күҙаллана.Тимәк, был көндәрҙә Октябрь проспектында юл ябылып торасаҡ.



