Быға тиклем ошондай алты участка бар ине, уларҙың бишәүһе Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары исемен йөрөтә. Төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы территориаль комиссияларға башҡа ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү тәҡдиме менән сыҡҡайны. Район-ҡалаларҙан килгән мөрәжәғәттәр эшсе төркөм тарафынан ҡаралып ҡабул ителде. Әйтәйек, Салауат ҡалаһындағы 568-cе участка Хәсән Әхтәмов, Баҡалы районындағы 1086-cы участка Даян Мурзин, ә Федоровка районындағы 3160-сы участка Ғәбит Әхмәров исемен йөрөтәсәк.



