Июндә Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башлай

Баш ҡаланың тарихи үҙәгенә ҡараған урамдарҙа парковканың 1 cәғәте 40 һум буласаҡ. Тәүге 20 минут өсөн түләргә кәрәкмәй. Яңы ҡағиҙәләр буйынса парковка урыны өсөн түләү эш көндәрендә иртәнге сәғәт етенән киске туғыҙға тиклем ғәмәлдә. Төндә, ял һәм байрам көндәрендә парковка менән бушлай файҙаланып буласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Өфө заманса мегаполис һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа кеүек үк беҙҙә лә парковка урындары етмәү мәсьәләһе киҫкен тора. Мәскәү, Ҡазан һәм башҡа ҡалалар тәжрибәһен иҫәпкә алып, Өфөлә июндән түләүле парковкалар эшләй башлай. Баш ҡаланың үҙәк урамдарында парковканың 1 cәғәте 40 һум буласаҡ. Тәүге 20 минут өсөн түләргә кәрәкмәй .

Түләүле парковкалар исемлегендә Өфөнөң тарихи үҙәгенә ҡараған урамдар күҙ уңында тотола. Һүҙ Мостай Кәрим, Ленин, Коммунистик, Пушкин, Аксаков, Чернышевский, Карл Маркс, Цюрупа һәм башҡа үҙәк урамдар тураһында бара. Түләүле туҡталҡалар системаһын индергәндә урындағы халыҡтың ихтыяжы иҫәпкә алына. Түләүле парковка эргәһендә урынлашҡан торлаҡ йорттарҙа йәшәгән граждандар менән резидент килешеүе төҙөләсәк. Уға ярашлы, яңы ҡағиҙәләр урындағы халыҡҡа ҡарата шәхсән көйләнәсәк.

Льготалы категориялы граждандарға парковка өсөн ташламалар ҡаралған. Дауахана, поликлиника, дәүләт учреждениелары алдындағы урындарҙа бушлай туҡтау мөмкинлеге һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, күп балалы ғаиләләр өсөн айырым тариф ҡаралған.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ