Ярҙамды райондың ирекмәндәр хәрәкәте яугирҙарҙың һорауы буйынса туплаған. Посылкалар араһында “Булат” пилотһыҙ осоу аппараттарын билдәләүсе ҡоролма, антидрон юрғандар, маскировка селтәрҙәре, ағас материалдар һәм эсәр һыу бар. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү алдынан һалдаттарға шәхси бүләк әҙерләнгән. Яралы яугирҙарҙы эвакуациялау һәм ҡотҡарыу өсөн махсус арба тейәлгән. Берҙәм Рәсәй партияһының район буйынса яуаплы секретары Буранбай Илбәков һөйләй.




