Буласаҡ һалдаттар уҡыу йылы дауамында алған теоретик белемдәрен практикала нығыта. Хәрби йыйын аҙналығын асыу тантанаһы хаҡында киләһе яҙмала.
Биш көн барған хәрби әҙәрлек йыйынында өсөнсө курс егеттәре ҡорал менән эш итергә, тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнә, сафҡа теҙелеү ҡағиҙәләре менән таныша, физик әҙерлек буйынса нормативтар тапшыра. Бынан тыш, студенттар өсөн мәҙәни саралар, хәрби ветерандар менән осрашыуҙар ҡаралған.
Буласаҡ һалдаттар сафҡа теҙелеү, ут әҙерлеге, ҡаршылыҡтар полосаһын үтеү, граната ырғытыу, пневматик винтовканан атыу, 100 ‐1000 метрға йүгереү һәм кәүҙәне күтәреү кеүек күнекмәләрҙә үҙҙәрен һынай. Сәләмәтлек һуҡмағында дүрт километрға марш-бросок та үтә. Электрик һөнәрен үҙләштереүсе Сәид Рәхимов та был практик уҡыуҙа ҙур теләк менән ҡатнаша.
Колледжда ойошторолған ялан йыйыны 115 егетте төрлө яҡлап һынай, хәрби хеҙмәт тормошоноң тәүге күнекмәләрен еткерә. Һәр көн аҙағында төркөмдәр үҙҙәренең уңыштарын яҡтыртҡан гәзит сығара. Кемдәргәлер хәрби әҙерлек һалдат тормошон татып ҡарау булһа, икенселәр өсөн ул әрме хеҙмәте алдынан физик һәм псигологик яҡтан ҙур һынау буласаҡ.



