Ғафури районында ойошторолған «Ерҙе әйләндерәбеҙ» йәмәғәт клубы биш йыллығын билдәләй

Ошо ваҡыт эсендә клуб ағзалары төбәктең генә түгел, илдең туристик потенциалын күтәреүгә үҙ өлөшөн индергән. Улар Красноусол ауылында һәр аҙнаны файҙалы һәм күңелле үткәрергә тырыша. Эш сәғәтенән һуң скандинав таяҡтар менән йөрөһәләр, ял көндәрендә республиканың тәбиғәт һәйкәленә сәфәргә сығалар. Быйыл ҡыш бер төркөм ғафуриҙар донъяның иң сөсө һыулы Байҡал күленә лә сәйәхәт ҡылған. Әйткәндәй, барлыҡ саралар ҙа проект башланғысында торған Ғафури районының Тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы мөдире Лариса Маркисова тарафынан тормошҡа ашырыла. Коубҡа ҡушылыусылар ҙа аҙна һайын тигәндәй арта.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ