Радий Хәбиров креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса фонд барлыҡҡа килеүен иғлан итте

Республика башлығы Радий Хәбиров креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса фонд барлыҡҡа килеүен иғлан итте. Ижади проекттарҙы финанслауға дөйөм алғанда 50 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Башҡортостанда был йүнәлешкә иғтибар көсәйә, айырым совет ойошторолоуы ла шуға дәлил. Тәүге ултырышта ҡабул ителгән мөһим ҡарарҙар, ярҙам саралары менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Архитекторҙар, дизайнерҙар, режиссерҙар... Башҡортостанда креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса совет составында ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән төрлө һөнәр эйәләре берләште. Яңы стратегик майҙансыҡта улар идеялар менән алмашып, аныҡ проекттар, башланғыстар тураһында фекер алыша ала. Төбәк башлығы Радий Хәбиров креатив берләшмә менән осрашыуҙа Совет һәм республиканың идара итеү командаһы алдына ҡуйылған төп бурыстарҙы билдәләп үтте.

Креатив берләшмәнең ике структураһы бар - төбәк эксперт төркөмө һәм яңы ғына ойошторолған продюсерҙар клубы. Башҡортостан Хөкүмәте 5 майға тиклем Дирекция структураһы, уның эшмәкәрлеген финанслау буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш. 15 майҙан ул тулы ҡеүәттә эш башлай. Совет составы иһә йылына бер яңыртыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта осрашыуҙа креатив индустрияларға күрһәтеләсәк ярҙам саралары ла ҡаралды. Айырым фонд булдырыла.

Креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса эште һәр муниципалитет алып барырға бурыслы. Өфө ҡалаһы хакимиәте был йүнәлештең флагманы буласаҡ. Тармаҡтың инвестиция мөмкинлектәрен дә нығытыу мөһим. Шуға күрә Башҡортостан башлығы һәм район-ҡала хакимиәттәре башлығы ҡарамағында ике аҙнаға бер «Ижади индустриялар сәғәте» лә ойошторола башлай. Ултырышта ҡатнашыусылар яңы башланғыстарҙы ҡеүәтләп ҡаршы алды.

2030 йылға тиклем ил иҡтисадында креатив индустриялар өлөшө 6 процентҡа тилем етергә тейеш. Әле республика ла был күрһәткес - яҡынса өс тапҡырға кәмерәк, шуға күрә үҫеште тәьмин итеү буйынса ла амбициоз бурыстар ҡуйыла. Башҡортостанды креатив төбәк булараҡ танытыу өсөн берҙәм эш алып барыласаҡ.

Инфраструктура ярҙамына килгәндә, федераль закон буйынса «Креатив кластер» тип исемләнгән яңы төшөнсә лә индерелгән. Башҡортостан Хөкүмәте менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай тарафынан уны булдырыу һәм ярҙам саралары буйынса юридик механизмдар билдәләнәсәк. Яңы кластерҙар тәү сиратта Өфө һәм Стәрлетамаҡта барлыҡҡа килер тип көтөлә.

Башҡортостанда креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса совет ултырышын йылына ике тапҡыр уҙғарыу ҡаралған. Киләһе осрашыу Стәрлетамаҡта үтәсәк «Купец» фестивалендә ойошторола. Ә инде һәр йыл аҙағында Совет эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау ҙа - уңыштарҙы барларға, иң яҡшы ижадсыларҙы билдәләргә, яңы пландар-бурыстар билдәләргә ярҙам итәсәк.

Гөлназ Хәйбуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ