Баш ҡалала илдең иң көслө спортсылары араһында турнир дауам итә. Ярыштар баш ҡаланың фехтование үҙәгендә үтә. Унда илдең 32 төбәгенән 600 рапирасы ҡатнаша. Шулай уҡ Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан спортсылары ла бар. Башҡортостан башлығы ирҙәр араһында шпагала алышыу буйынса команда ярыштары еңеүселәрен тәбрикләне. Уңыштарға өлгәшкән Олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренә сертификаттар тапшырҙы.



