Хәйриә ярҙамын туплауҙа «Әбйәлилдең яҡшы кешеләре»йәмәғәт ойошмаһы ирекмәндәре, районда йәшәгән изге күңелле һәм йомарт кешеләр булышлыҡ итә. Гуманитар ярҙам һалдаттар үтенесен иҫәпкә алып туплана. Сифатлы һәм туҡлыҡлы аҙыҡ-түлек, йылҡы һәм һыйыр итенән тушенкалар, төҙөлөш материалдары, госпиталдәргә памперстар, ауыртыуҙы баҫыусы уколдар, кейем -һалым һәм иң мөһиме дрон һөжүменән һаҡлаусы маскировка халаттары һәм селтәрҙәр.
Лилиә Кузнецованың өлкән улы ике йылдан ашыу алғы һыҙыҡта Ватан һағында. Динә әхирәтенең улы яу яланында Рәсәй азатлығы өсөн башын һалған. Ғаиләләренә махсус хәрби операция шауҡымы ҡағылған ҡатын-ҡыҙҙар 2022 йылдан алып алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ылау ташыуҙы үҙаллы башҡара. Ярҙам туплау менән водитель яллап Донбасса оҙон һәм үтә лә яуаплы сәфәргә юллана. Бындай сауаплы эште әсәләр дошманды еңгәнгә тиклем башҡарасаҡбыҙ, тип белдерә.



