Был турала социаль селтәрҙәрҙә Республика башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров халыҡ-ара акцияны тарихыбыҙҙағы иң мөһим һәм ҡатмарлы осор тураһында белемебеҙҙе һынап ҡарау, геройҙарға хөрмәт күрһәтеү, яу һәм тыл ҡаһармандарының батырлыҡтарын иҫкә төшөрөү өсөн яҡшы мөмкинлек тип атаны.
Еңеү диктанты «Берҙәм Рәсәй» партияһының проекты. йылдан-йыл уның географияһы киңәйә, ҡатнашыусылар һаны арта. Башҡортостанда диктант я:ҙыу өсөн төп майҙансыҡ булып «Берҙәм Рәсәй»ҙең йәмәғәт штабы тора. Бөгөн бында тарихтан белемен һынау сөн дәүләт һәмә йәмғәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби операция яугирҙары, йәштәр йыйылды. Уларҙың барыһын да тарихи үткәнебеҙгә һөйөү, ихтирам берләштерә.
Еңеү диктантын онлайн һәм офлайн форматта яҙырға мөмкин. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, тарихи акцияла 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Сара мәғариф, мәҙәнит учреждениеларында ла, хатта Өфө аэропортында ла ойошторолған. Акция барышында 25 һорауға яуап биреү талап ителә. Һөҙөмтәләрҙе «Еңеү диктанты РФ нөктә» сайтында ҡарарға мөмкин. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиев акцияла икенсе йыл ҡатнаша. Еңеү көнө, яу ҡаһармандары менән бәйле һәр сара беҙгә ҡәҙерле, сөнки һуғыш еле бер ғаиләне лә ситләп үтмәй, батырҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ, ти Шамил Римзил улы.



