Башҡорт тирмәһенең киләсәк тәҙрәһе. Боронғо кәсептең төп нөсхәләгеләре бөгөн баш ҡаланың «Торатау» Конгресс-холында асылған шәхси күргәҙмәлә ҡаралды. Сара ҡунағы булараҡ эшҡыуар Ғәлинур Зарипов сығыш яһаны. Ул килгән халыҡҡа башҡорт тирмәләре тураһында һөйләне. Шулай уҡ төрки донъя халыҡтары араһындағы әһәмиәтенә туҡталды.
Ғәлинур Зарипов башҡорт аутентик тирмәһен, төрки тибындағыһын һәм уны биҙәүсе булараҡ билдәле. Замандашыбыҙҙың күп кенә эштәре донъяуи кимәлдә танылған. Шулай уҡ төрлө хәрби-патриотик реконструкцияларҙа, тарихи фильмдар өсөн дә башҡорт тирмәләре киң файҙаланыла. КүргәҙмЙ әгә шупай уҡ Ғәлинур Зариповтың биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре лә сығарылды. Улар менән 10 майға тиклем яҡындан танышырға мөмкин.




