Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. Риүәйәт буйынса, Кәлим исемле егет, һөйгән ҡыҙының яуапһыҙ мөхәббәтенә үпкәләп, ҡаянан ташланған. Ҡаяның исеме шунан барлыҡҡа килгән. Бындағы таштар яҡынса 350 миллион йылдар элек боронғо диңгеҙ төбө булған түбәнге карбон ултырмаларынан хасил булған. Был ҡая Салауат Юлаев мәмерйәһе менән берлектә 1985 йылда тәбиғәт ҡомартҡаһы тип иғлан ителгән.



