«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә республиканың иң төньяҡ районында йәшәүселәр Шаҡша биҫтәһендә ағастар ултыртты. Мөһим ваҡиға бер юлы ике датаға: Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 һәм Тәтешле районының 90 йыллығына арналды. Экологик өмә Өфө ҡалаһының Калинин районы хакимиәте ярҙамында Тәтешле яҡташтар ойошмаһы менән берлектә ойошторолдо. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Рима Коннова Тәтешле урамында 80-се йылдарҙан йәшәй. Атай нигеҙен һаҡлайым тип ул кейәүгә сыҡҡас та ошонда ҡала. Тәүҙә Жданов тип аталған урам ваҡыт үтеү менән Тәтешлегә үҙгәртелә. Был бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки совет осоронда Өфөләге күп кенә урамдарға район-ҡалалар исеме бирелә. Шул сәбәпле Шаҡшала ла Әбйәлил, Мәсетле, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы һәм Ҡыйғы урамдары барлыҡҡа килә.
Быйыл Өфөләге Тәтешле яҡташтар ойошмаһы Шаҡшалағы урамды йәшелләндергә ҡарар иткән. Өфөнөң Калинин районы хакимиәте менән берлектә улар 80 төп ҡарағай, груша, миләш һәм йүкә ултыртты.
Экологик акцияға Тәтешле районынан да ҙур делегация килде. Бөйөк Еңеүҙең 80 һәм төбәктең 90 йыллығына арналған сараға ябай халыҡ та әүҙем ҡушылды. Урындағы мәктәптең кадет класы уҡыусылары ла байрамға йәм өҫтәне.
Был берлектәге хеҙмәттәшлеккә тәүге аҙым ғына. Яҡтар төрлө акциялар ойошторороп бәйләнештәрҙе артабан да нығытырға ниәтләй. Сөнки бындай саралар кешеләрҙе берләштерә, уларҙы изге эштәргә рухландыра һәм тәбиғәт тураһында хәстәрлек күрергә ярҙам итә.
Тәтешле урамында шәхси өйҙәр күп фатирлы йорттар менән йәнәш урынлашҡан. Шуға ла ағастарҙың бер өлөшө өй алдарына һәм балалар майҙансығы эргәһенә ултыртылды. Яңы аллея дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек символына әүереләсәк. Шуға ла урындағы халыҡ Тәтешлеләр башланғысын башҡа райондар ҙа күтәреп алыр тип ышана.
Илдар Байбулатов



