Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бер ҡасан да беҙҙең йәштәрҙең иң яҡшыһы, иң һәләтлеһе булыуына шикләнмәнем тип яҙған. Бөтә Рәсәй ижади фестивале Ставрополдә тамамланды. Дөйөм иҫәп йомғаҡтары буйынса Башҡортостан командаһы абсолют еңеүсе булды һәм гран-при яуланы. Шулай уҡ республиканың «Беҙҙең яҙҙы той» ижади шоу-программаһы фестивалдең иң яҡшылар иҫәбенә инде һәм III дәрәжә лауреаты булды. Бынан тыш, беҙҙең уҡыусылар вокал, бейеү, инструменталь йүнәлеш, үҙенсәлекле жанрҙа 12 шәхси еңеү яуланы. Балалар менән ғорурланам, уларҙың остаздарына рәхмәт белдерәм. Барыһына ла уңыштар тип яҙған Башҡортостан башлығы.



