«Беренсе проект» дүрт тиҫтәнән ашыу мәктәп командаһын бергә йыйҙы

Уҡыусыларҙың форумы Хәйбула районы үҙәгендәге күп профилле полилингваль мәктәптә уҙҙы. «Беренсе проект» тың төп маҡсаты булып уҡыусыларҙың башланғысын тормошҡа ашырыу тора. Ул былтыр Хәйбулла ерлегендә башланған. Проекттың авторҙары- Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов һәм ошо район егете, эшҡыуар Виталий Даһиров. Былтыр конкурста өс район ҡатнашһа, быйыл эштәрен 7 район һәм бер ҡала мәктәбе уҡыусылары ебәргән. Бөтәһе 40 команда. Киләсәктә был проекттың географияһы тағы ла киңәйеүен көтәбеҙ, тине Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов.

«Беренсе проект» эшҡыуарҙар ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл ҡатнашыусылар ғына түгел, йүнәлештәр ҙә, тәҡдим ителгән эштәрҙең кимәле лә артҡан. Шуға күрә жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңел булманы. Абсолют еңеүсе исеменә Әбйәлил районының Таһир Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһы лайыҡ булды, уларға 150 мең һум күләмендә аҡсалата приз тапшырылды. Шулай уҡ дүрт йүнәлеш буйынса Хәйбулла, Күгәрсен, Бөрйән, Әбйәлил районы командалары еңеүсе тип табылды. Был командаларға үҙ белем усаҡтарында проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 125-әр мең һум аҡса бирелде. Алдынғы командаларға шулай уҡ компьютер, ноутбук һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ