Республика эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко ошо турала белдерҙе. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ төбәктәре” һәм “Туристик ҡалалар” премияларын тапшыру финалы Воронежда үтте. Унда 40-тан ашыу республика һәм өлкә вәкилдәре ҡатнашты. Беҙҙең республикаға бер нисә номинация буйынса 13 награда тапшырылған. Башҡортостан “Туристарға сувенир продукцияһы төбәге” номинацияһында Гран-при бирелгән. Өфө “Креатив туризм ҡалаһы” номинацияһында юғары бүләккә лайыҡ булған. Бөрөгә “Ваҡиғалы туризм ҡалаһы” номинацияһында гран-при тапшырылған.




