Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров арабыҙҙан китеп барҙы

Ауыр юғалтыу. Легендар шәхес, миллиондарҙың һөйөүен яулаған Фидан Ғафаров арабыҙҙан китте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың вафатына бәйле ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе Ҡабатланмаҫ талантлы актер менән хушлашыу иртәгә Башҡорт дәүләт академия театрында сәғәт унда була. Башҡорт сәнғәте легендаһы тураһында китләһе яҙмала.

Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» спектакле. Фидан Ғафаров менән Нурия Ирсаеваны күрер, уларға ҡушылып йырлар һәм илар өсөн халыҡ бер ай алдан билет ала. Тамашасы Фидан Сафа улы уйнаған спектаклдәрҙе ҡарарға ҡат-ҡат йөрөй. Дәррәү алҡыштар, “браво!” ҡысҡырыуҙар. Халыҡ һөйөүе уны ижады буйы оҙата килде.. Фидан Ғафаров етмеш һигеҙенсе йәшендә лә театрынан айырылманы.

Ғәҙел Ҡотойҙың «Тапшырылмаған хаттары»нда Искәндәр, Мостай Кәримдең «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар» спектаклендә Мәрәһим, Ибраһим Абдуллиндың «Тиле йәшлеге»ндә Зөлҡәрнәй... Фидан Ғафаров репертуары төрлө жанрлы драма әҫәрҙәрендәге киң темаларға ҡағылған 100-ҙән ашыу ролде үҙ эсенә ала.

Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләте менән актер башҡаларҙан айырылып тора. Ниндәй генә роль уйнаһа ла уны халыҡ яратып ҡабул итте. Фидан Сафа улы тыуҙырған образдар милли театр сәнғәтенең эталонына әйләнде.

Башҡорт театр донъяһында иң бәхетле легендар союз. Нурия Ирсаева менән бергә уйнаған ролдәре тамашасы күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Мөһабәт буй-һын, иң оҫта актерлыҡ сифаттарын туплау менән бергә ул тәбиғәттән бирелгән илаһи бер көскә эйә. Актер хәтерләүенсә, һөйләшә алмаған бер бала «Ҡышҡы романс»ты йырлауын тыңлағандан һуң тәүге ауаздарын сығарған. Моңло тауышлы артистың һәр йыры халыҡ хиты.

Ә сәхнәгә булған оло мөхәббәте улын да ошо юлдан барырға әйҙәгән. Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров менән улар бергә ижад итте.

Сәнғәт донъяһы легендаһы менән бергә ижад итеүселәр уның эшенә үтә лә яуаплы ҡарауын, башҡаларға ла талапсан булыуын билдәләй.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына алтмыш йылға яҡын ғүмерен бағышлаған актер уйнаған спектаклдәргә һәр ваҡыт билеттар алдан һатылып бөтә.. Зал тултырып тамашасы йыйған «Бәхет хаҡы» спектаклен генә алғанда ла... 3 майҙа театрҙың иң популяр спектаклдәренең береһендә ул төп ролде уйнарға тейеш ине..

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ