Сарала күп ҡатлы йорттары булған ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, хеҙмәтләндереүсе ойошмалар, фатир хужалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Әбйәлил районында 100-гә яҡын күп ҡатлы йорт иҫәпләнә. Былтыр фатир хужаларынан йыйылған иғәнәләр иҫәбенә район үҙәгендә күп ҡатлы ике торлаҡтың ҡыйыҡтары алмаштырылған, биләмәләр төҙөкләндерелгән. Форумда башҡарылған эштәрҙең сифаты, алда торған бурыстар ҡаралды. Ресурс ойошмалары вәкилдәре лә, йорт хужалары ла үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе.
Әбйәлил районында әлеге ваҡыта 4 торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаһы эшләй, улар күп ҡатлы йорттарҙы һыу, йылылыҡ менән тәьмин итә, хеҙмәтләндереү эшен алып бара. Ресурс ойошмалары вәкилдәре әйтеүенсә, күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн ваҡытында иҫәпләшмәүселәр бар. Был үҙ сиратында эшмәкәрлекте тотҡарлай. Форумда «Башҡорт ихаталары», урындағы башланғыстарҙы хуплау программалары буйынса башҡарылған эштәр ҙә билдәләнде. Төҙөкләндереү проекттарын да халыҡ та әүҙем ҡатнаша, йәмәғәтселек өмәләр ойоштороп үҙ өлөшөн индерә.



