Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» һәм Президенты гранттары фондынан коррекция мәктәптәренә социаль ярҙам. «Спорт һәр кемгә асыҡ» йәмәғәт башланғысы проекты мөмкинлектәре сикләнгән балаларға физкультура дәрестәрен төрләндереү өсөн спорт секцияларын ойоштороуға ярҙам йөҙөнән йыһаздар тапшырҙы. Был коррекция мәктәп-интернаттарында тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеүҙең сағыу өлгөһө . Хәйриә проекты спортты бөтәһе өсөн дә асыҡ итеүгә ярҙамлаша.
13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя чемпионы Рима Баталова балалар менән физик күнекмә үткәрҙе. Легендар спортсы малай-ҡыҙҙарға уҡыуҙа һәм спортта еңеүҙәр теләне. Табын коррекция мәктәп интернатында белем алыусы балалар бүләккә теннис өҫтәле, скейбордтар, саңғы, туптар, спорт костюмдары,ҡулсалар һәм гимнастика келәмдәре алып ҡыуанды. Әйткәндәй, уҡыусылар араһында милли көрәш , адаптив физкультура буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшеүселәр ҙә бар.



