Радий Хәбиров: Мәғрифәт ойошмаларын берләштереү мөһим

Мәғрифәтселек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән ойошмаларҙы берләштереү мөһим. Был турала Радий Хәбиров бөгөн «Белем» йәмғиәте Башҡортостан төбәк бүлексәһенең күҙәтеү советы ултырышында белдерҙе.

Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, рус география, хәрби-тарихи һәм «Белем» йәмғиәтенең төбәк бүлексәләре берлектә эшләргә тейеш, сөнки был ойошмаларҙың маҡсаттары уртаҡ, эш йүнәлештәре оҡшаш. Киләсәктә эшмәкәрлекте камиллаштырыу маҡсатында дөйөм майҙансыҡ формалаштырыу шарт тине Радий Фәрит улы. Күҙәтеү советы ултырышында шулай уҡ 2024 йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды.

«Белем» йәмғиәте илдә меңдәрсә педагогты, лекторҙарҙы берләштерә. 1947 йылда барлыҡҡа килгән тарихи ойошма эшмәкәрлеге 2015 йылда яңы һулыш ала. Йәмғиәтте үҙгәртеп ҡороу эше Рәсәй президенты Владимир Путиндың шәхсән контролендә. «Белем» әлеге ваҡытта илдә фәнде, мәғарифты, технологияларҙы үҫтереү буйынса махсуслашҡан төп оойшмаларҙың береһе булып тора.

Волна
Акции БСТ