Өфөлә Чечен республикаһында һәләк булған махсус тәғәйенләнештәге отряд хәрбиҙәре бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. 1995 йылдың 22 апрелендә Төньяҡ Кавказдағы контртеррористик операция барышында Аллера ауылы эргәһендә отрядтың алты яугиры эске ғәскәрҙәрҙең разведка взводы менән берлектә бандиттар ҡамауында ҡалып, ҡаты алышта һәләк була. Рәсәй Президенты Указына ярашлы улар операция барышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ ордены» менән билдәләнә. Махсус отряд хәрбиҙәре һәләк булыуға 30 йыл тулыуға бәйле Хәтер мемориалы эргәһендә митинг ойошторолдо, сараға яугирҙарҙың ата-әсәләре, яҡын кешеләре лә саҡырылғайны.
Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында ойошҡан енәйәтселек киң таралған була, айырыуса Төньяҡ Кавказдағы хәл киҫкенләшә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре был төбәктә командировкаларҙа булып, биләмәлә ҡануни нигеҙҙәрҙе һаҡлап ҡалыуға, тәртип булдырыуға үҙ өлөшөн индерә.



