Өфөлә коммуналь техниканың бер өлөшө «ҡышҡы» режимға күсерелде

Был хаҡта социаль селтәрҙә ҡала мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итте. Эш аҙнаһының тәүге көнөндә тәбиғәт республика халҡына көтөлмәгән «бүләк» әҙерләне. Төрлө төбәктәрҙә йәшәүселәр интернетта ҡар яуған күренештәр төшөрөлгән видеояҙмалар менән уртаҡлашты. Бынан алда синоптиктар ҡапыл һыуытыуы, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы хаҡында иҫкәрткәйне. Был арктик һауа массаһы килеүе менән бәйле. Аҙнаның икенсе яртыһына һауа торошо яҡшырыр тип күҙаллана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ