Ташкент ҡалаһында «Иннопром. Үҙәк Азия» Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан рәсми делегацияһы тиҫтәләгән хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа, нефть-химияһы, аҙыҡ-түлек эшкәртеү, ауыл хужалығы йүнәлештәрендә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатын ҡуйҙы. Халыҡ-ара күргәҙмәлә республиканың сәнәғәт һәм туристик мөмкинлектәре презентацияһы ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
«Иннопром. Үҙәк Азия» халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан стенды иң сағыу һәм йөкмәткеле майҙансыҡтарҙың береһе. Төбәк сәнәғәт ҡеүәтен сағылдырған стенд Башҡорт сода компанияһы менән берлектә ойошторолдо . Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлгән «Толпар» технопаркы инновациялары , төбәк производство ҡаҙаныштары иғтибар үҙәгендә булды . Үзбәкстандың Бекабад ҡалаһында Башҡортостан тәжрибәһе нигеҙендә яңы технопарк төҙөләсәк.
Көнбайыш баҫымына ҡарамай Башҡортостан етәкселеге хеҙмәттәшлеккә асыҡ илдәр менән эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Үзбәкстан республикаһы Башҡортостан өсөн ышаныслы партнер. «Иннопром. Үҙәк Азия» күргәҙмәһендә ҡатнашыу республиканың башҡа илдәр менән иҡтисади бәйләнештәрен нығытыуға, бизнес проекттарға үҫешергә булышлыҡ итә.
Уҙған йылдың йомғаҡтары буйынса яҡтар араһында тышҡы сауҙа әйләнеше яҡынса 20 процентҡа үҫкән . Төбәктән экспорт - 14,7, ә импорт 68,5 процентҡа артҡан. Хеҙмәттәшлек даирәһен артабан да киңәйтеү маҡсатында республика сит ил партнерҙары менән сәнәғәт кооперацияһын киңәйтергә ниәтләй.Ике республика араһында фән һәм мәғариф өлкәһендә лә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған. Бөгөн Башҡортостан ВУЗ-дарында 1000-гә яҡын Үзбәкстан студенты белем ала. «Иннопром . Үҙәк Азия» күргәҙмәһендә республиканың Евразия фәнни-мәғариф үҙәге кампусы презентацияһы ойошторолдо.
Башҡортостанды йөҙҙән ашыу дәүләт менән ышаныслы хеҙмәттәшлек бәйләй. Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан республикалары менән эшлекле мөнәсәбәттәр йылдан йыл яңы кимәлгә күтәрелә. Форум-күргәҙмәләр нигеҙендә ҡабул ителгән проекттар республика иҡтисадын үҫтереүгә, инвестициялар йәлеп итергә һәм иң мөһиме урындағы халыҡ өсөн яңы эш урындары булдырырға ярҙам итә.
Флорида Ким



